Фәнни-техник революция
From Wikipedia, the free encyclopedia
Фәнни-техник революция (ФТР) — етештереү көстәре сифатының тамырҙан үҙгәреүе, структураһында һәм үҫеш динамикаһында яңы кимәлгә күтәрелеү.
Фәнни-техник революция тар мәғәнәлә — фәнгә таянып, матди производствоның техник нигеҙҙәрен тамырҙан үҙгәртеү. Бының һөҙөмтәһендә индустриаль йәмғиәт постиндустриалгә әүерелә.
ФТР дәүере үткән быуаттың 40—50-се йылдарында башлана. Шул уҡ ваҡытта барлыҡҡа килгән һәм үҫеш алған төп йүнәлештәре: производствоны автоматлаштырыу, уға электроника аша контроллек һәм идара итеү; яңы конструкцион материалдар сығарыу һәм файҙаланыу һ. б. Ракета-космос техникаһы барлыҡҡа килеү менән кешеләр Ер әйләнәһендәге йыһанды өйрәнә башлай.