Ҡышҡы Олимпия уйындары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡышҡы Олимпия уйындары — спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса донъялағы иң эре ярыштар. Халыҡ-ара олимпия комитеты эгидаһы менән 4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ҡышҡы Олимпия уйындары 1924 йылдан алып йәйге Олимпия уйындарына өҫтәлмә булараҡ үткәрелә башлай. Ҡайһы бер ҡышҡы спорт төрҙәре йәйге Олимпия уйындарына тағы ла иртәрәк — 1908 һәм 1920 йылдарҙа индерелгән була. 1924 йылдан 1992 йылғаса ҡышҡы Олимпия уйындары йәйге уйындар менән бер үк йылда уҙғарылған. 1994 йылдан башлап улар йәйге Олимпиаданан ике йылға һуңлатып үткәрелә.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Олимпия уйындары (мәғәнәләр).
Башҡа исемдәре: ҡышҡы Олимпиада, Аҡ олимпиада.