Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы
Социалистик илдәрҙең халыҡ-ара иҡтисали ойошмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы (рус. СЭВ) — социалистик илдәрҙең халыҡ-ара иҡтисади ойошмаһы. Албания, Болгария, Венгрия, Польша, Румыния, СССР һәм Чехословакия вәкилдәренең иҡтисади кәңәшмәһе ҡарары менән ойошторола. 1949—1991 йылдарҙа эшләй. Штаб-фатиры Мәскәүҙә, 1969 йылға тиклем Петровка урамы, 14 адресы буйынса, һуңынан Яңы Арбатта урынлаша.
Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | 25 ғинуар 1949 |
---|---|
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, СССР |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 28 июнь 1991 |
Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы Викимилектә |
Ҡарарҙар йыл һайын саҡырылған сессияларҙа ҡабул ителә. Сессиялар ағза илдәрҙең баш ҡалаларында сиратлап үтә. Ил делегацияһын хөкүмәт башлыҡтары, 16-18-се һәм 23-сө ултырыштарында коммунистик һәм эшсе партияларҙың үҙәк комитеттары беренсе (генераль) секретарҙары етәкләй. 1962 йылда һәр илдең хөкүмәт башлыҡтары урынбаҫарҙарыынан торған СЭВ башҡарма комитеты булдырыла. Иҡтисади һәм башҡарма-административ орган бурыстарын СЭВ секретариаты башҡара. Секретариат Мәскәүҙә урынлаша, уға Совет секретары һәм урынбаҫарҙары етәкселек итә.
Үҙ-ара иҡтисади ярҙам советы ағза-илдәрҙең күп яҡлы иҫәп-хисаптары өсөн коллектив валюта, түләү һәм туплау сараһы, ҡиммәт үлсәүе булып Күсермә һум ҡабул ителә.