Аврелий Августин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аврелий Августин Иппонийский (лат. Aurelius Augustinus Hipponensis; 13 ноябрь 354 йыл, Тагаста — 28 август 430 йыл[1], Батша Гиппон), шулай уҡ Изге Августин – дин белгесе, философ һәм рим Төнъяҡ Африкаһындағы Нумидияның Гиппон Батша епискобы. Уның хеҙмәттәре көнбайыш философияһы һә көнбайыш хриситанлығы үҫешенә йоғонто яһаған. Ул Латин сиркәүенең святоотеческий (Изге Ата) осорондағы иң абруйлы, мөһим аталарының береһе итеп һанала. Уның әһәмиәтле эштәре – «О граде Божьем», «Христианская наука» һәм «Исповедь».
Аврелий Августин | |
Aurelius Augustinus | |
Bput Августин. Санкт-Санкторум капелаһында фреска. Латерано. VI быуат. | |
Тыуған |
13 ноябрь 354({{padleft:354|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) |
---|---|
Вафат |
28 август 430({{padleft:430|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш) |
Ихтирам ителә | |
Иң изге |
Сан Пьетро ин Сьель д’Оро, Павия |
Хәтер көнө |
Православие динендә — 15 (28) июня; католицизмда — 28 августан; лютеранлыҡта - 28 августан |
Яҡлаусыһы |
пивовары; типографы; теологи |
Атрибуттары |
бала; күгәрсен; ҡаурый; ҡабырсаҡ, ватылған йөрәк |
Викикитапханала әҫәрҙәре |
Замандашы Иероним һүҙҙәре буйынса, Августин «боронғо инаныуҙы яңынан раҫлаған» кеше. Йәш сағында ул фарсы диненә – манихействоға тартыла ә һуңынан – неоплатонизмға тартыла. 386 йылда суҡынып христиан динен ҡабул иткәндән һуң, Августин теология һәм философияға үҙенең ҡарашын барлыҡҡа килтерә[2].Христос бәрәкәт кеше азатлығы өсөн кәрәк, тип уйлап, ул тәүге гонаһ доктринаһын формалаштыра һәм ғәҙел һуғыш теорияһын үҫтереүгә тос өлөш индерә . Көнбайыш рим империяһы тарҡала башлағас, Августин Сиркәүҙе ерҙәге матди тормоштан айырмалы рухи Град Божий тип күҙаллай. Уның фекерҙәре урта быуаттағы дингә ҡараштарға ныҡ йоғонто яһай. Никей һәм Константинополь соборҙары билдәләгән Троица концепцияһы яҡлы Сиркәүҙәрҙең өлөшө[3] Августиндың «О Троице» хеҙмәте менән тығыҙ бәйле.
Августин Католик сиркәүендә, Көнсығыш православие сиркәүендә һәм Англикан сиркәүендә изге булып һанала. Ул шулай уҡ сиркәүҙең католик докторы һәм августиндарҙың ҡурсалаусыһы булып тора. 28 август , үның вафат булған көнө, Августиндың хәтер көнө булып иҫәпләнә. Августин – һыра ҡайнатыусыларҙың, китап баҫыусыларҙың дин белгестәренең һәм бер нисә ҡала һәм епархияларҙың ҡурсалаусыһы[4]. Күп кенә протестанттар, бигерәк тә кальвинист һәм лютерандар уның хоҙай (илаһ) бәрәкәте (благодать) тураһында тәғлимәт яҙғаны өсөн Августинды протестанттар Реформацияһының дини белем атаһы тип һанайҙар[5]. Дөйөм алғанда, протестанттар реформаторҙар һәм, атап әйткәндә, Мартин Лютер иртә сиркәү аталары араһында Августинға өҫтөнлөк бирәләр. Лютер 1505-1521 йылдарҙа Августин дәрүиштәре орденының ағзаһы була.
Көнсығышҡа уның тәғлимәте бигерәк тә ҙур бәхәс тыуҙыра һәм Иоаннис Романидис яғынан ғәйеп ташлауға дусар ителә [6]. Әммә башҡа дин белгестәре һәм Көнсығыш православие сиркәүе дин әһелдәре (беренсе сиратта Георгий Флоровский) уның байтаҡ әҫәрҙәрен хуплап сыға[7]. Иң бәхәсле, Августин менән бәйле булған филиокве доктринаһы[8], православие сиркәүе тарафынан кире ҡағыла[9]. Башҡа бәхәсле ғилемдәр араһында уның тәүге гонаһ, бәрәкәт һәм тәҡдирҙең кеше тормошон билдәләүе тураһындағы тәғлимәте тора[8]. Шуға ҡарамаҫтан, уның ҡайһы бер фекерҙәре хаталы тип һаналһа ла, Августин барыбер изге һанала, Көнсығыштың сиркәүаталарына, беренсе сиратта Григорий Паламаға ҙур йоғонто яһай[10]. Православие сиркәүендә уның байрамы 15 июндә билдәләнә[8][11]. Тарихсы Диармайд Маккалок: «Көнбайыш христиандар фекеренә Августиндың йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ; бары тик уляратҡан Павел Тарсский, Августиндан абруйлыраҡ була, көнбайыш кешеләре кбар нимәгә лә ғәҙәттә Августин күҙҙәре менән ҡарай», тип яҙа[12].