Австралия аборигендары
Австралияның төп халҡы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Австралия аборигендары (төп австралийҙар) — Австралияның төп халҡы. Шулай уҡ «Австралия бушмендары» тип тә атайҙар[2]. Раса һәм тел яғынан донъяның башҡа халыҡтарынан айырымланғандар.
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: 550 мең кеше тирәһе
| |
Тел |
инглиз теле, төрлө австралия телдәре |
Дин |
традицион инаныуҙар, христианлыҡ |
Раса тибы |
Австралоид расаһы |
Туғандаш халыҡтар |
папуастар, тасманийҙар |
Австралия телдәрендә һөйләшәләр. Күпселек өлөшө — тик инглиз телендә һәм/йәки пиджиндың төрлө варианттарында ғына аралашалар.
Башлыса ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан Төньяҡ, Төньяҡ-Көнбайыш, Төньяҡ-Көнсығыш һәм Үҙәк Австралия райондарында йәшәйҙәр, бер өлөшө ҡалаларҙа тора. Австралия аборигендары донъялағы иң боронғо өҙөкһөҙ (күсәгилешле) мәҙәниәттәрҙең береһен барлыҡҡа килтергән[3].
Расалар буйынса Австралия аборигендары австралоид расаһынының айырым Австралия тармағын барлыҡҡа килтерә[4].
Виктория штаты аборигендарының тыуым кимәле 1970 йылда бер ҡатынға 6,5 бала тәшкил иткән; төньяҡ Австралияның Тиви аборигендарының 1960 йылда бер ҡатынға 5,0-шар тура килгән[5].
Европалылар килгәнгә тиклем австралия аборигендарының һаны 500-ҙән ашыу ҡәбилә һәм 200-ҙән ашыу тел төркөмө составында 300-ҙән 700 меңгә тиклем кеше тәшкил итә, ә 1921 йылға 60 меңгә тиклем кәмей[6].
Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1788 йылда австралия аборигендарының һаны 750 мең самаһы кеше тәшкил иткән, 1911 йылда — ни бары 31 мең кеше[7].
Уларҙың һаны — 437 мең (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Шул иҫәптән 26,9 меңе Торрес боғаҙы утрауҙарында йәшәй. Торрес боғаҙы утрауҙары аборигендарының мәҙәниәт буйынса меланезийҙар һәм папуастар менән байтаҡ уртаҡлыҡтары бар, әммә Австралияның башҡа аборигендарынан айырылалар, .
Хәҙерге заманда аборигендарҙың күбеһе дәүләт һәм башҡа хәйриә эшмәкәрлегенә таяналар. Йәшәйеште тәьмин итеүҙең традицион ысулдары (һунар, балыҡсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыу, Торрес боғаҙы утрауҙары халҡының бер өлөшөндә — ҡул игенселеге) тулыһынса тиерлек юғалған. Улар араһында әлегә тиклем тик традицион диндәр генә һаҡланған.
Австралия өсөн үҙенсәлекле Y-хромосомалы гаплотөркөмдәр (C-M347, K-M526*, S-P308) йәше Яңы Гвинея халҡы һәм Австралия аборигендары 30 000 йыл элек үк айырылғандарын күҙаллай. Быны митохондриаль ДНК мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән һығымталар ҙа раҫлай.
Австралия аборигендарында евразиянан сығышлы сит Y-хромосома өлөшө юғары була — яртыһынан ашыу (56 %). Евразия Y-хромосомалы гаплотөркөмдәренең күп өлөшө R-M207-гә (32,4 %) тура килә, икенсе урында — I-M170 (8,2 %)[8].