Австралия футболы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Австралия футболы (Aussie Rules йәғни Footy) — туп менән командалы спорт төрө.
Австралия футболын XIX быуат уртаһынан алып уйнайҙар. Был уйын иң динамикалы командалы уйын тип һанала. Матчта туҡтауҙар бик һирәк була, судья хатта уйында уйынсыларҙың береһе йәрәхәтләнһә лә уны туҡтатмай.
Австралия футболы — трибуналарҙа тамашасылар иҫәбе буйынса донъяла өсөнсө командалы спорт төрө. Австралия футбол лигаһы матчының уртаса йөрөшө 33,5 мең кеше тәшкил итә[1]