Адана
From Wikipedia, the free encyclopedia
А'дана[1] йәки Адана́[2] (төр. Adana) — Адана өлкәһенең административ үҙәге, Сейхан (боронғоса. Sarus) йылғаһы ярында урынлашҡан, Урта диңгеҙ ярынан 50 км алыҫлыҡта . Эре сәнәғәт үҙәге, туҡыусылыҡ, химия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте яҡшы үҫешкән. Метрополитены бар.
Насёленный пункт | |
Адана төр. | |
Ил |
ТөркиәТөркиә |
---|---|
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 |
Телефон коды | 0322 |
Һанлы танытмалар | |
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
|
Ҡала төрлө осорҙарҙа төрлө империяларға һәм цивилизацияларға ҡарай. Шул иҫәптән Бөйөк Әрмәнстан, Рим, Византия, Ғосман империяһы, Киликия әрмән батшалығына ингән осорҙары булған.
1080-се йылдарҙа ҡала төрөк-сәлжүктәр тарафынан яулана, 1140-се йылдарҙа Византияға кире ҡайтарыла, 4 тиҫтә йыл үткәс, Византия уны йәнә юғалта. Унан һуң XIV быуатта Киликия әрмән батшалығы составына ингән. XVI быуаттан — Төркиә ҡулы аҫтында.
XIX быуат аҙағында халҡы 24 мең самаһы иҫәпләнгән, башлыса әрмәндәр, шулай уҡ гректар һәм төрөктәр йәшәгән, ҡала Таврға үтеү юлы булараҡ, стратегик әһәмиәткә эйә булған ; Сүриә һәм Кесе Азия юлы сатында ятҡанлыҡтан, шул ваҡыттан киң сауҙа алып барған, быға йылғаның тәрәнлеге лә булышлыҡ иткән, сөнки йөк тейәлгән караптар ҡалаға тиклем килеп еткән.