Азатлыҡ статуяһы
неоклассицистик стилдәге ғәйәт ҙур скульптура, АҠШ-та Азатлыҡ утрауында урынлашҡан / From Wikipedia, the free encyclopedia
Азатлыҡ статуяһы[1] (ингл. Statue of Liberty, Liberty Enlightening the World) — тулы исеме «донъға нур һибеүсе Азатлыҡ» — АҠШ-тың бөтә донъяға билдәле скульптураһы, Президент Кливленд ҡатнашлығында 1886 йылдың 28 октябрендә Америкала, Нью-Йорктан яҡынса 3 км алыҫлыҡта асыла.
Обелиск | |
АҠШ-тын иң танылған символы (пьедесталдан күренеш) | |
Ил | АҠШ |
Ҡала | Нью-Йорк |
Проект авторы | Фредерик Огюст Бартольди. |
Төҙөлөшө | 1876—1886 (ҡуйылған) йылдар |
Сайт | Рәсми сайт |
Азатлыҡ статуяһы Викимилектә |
Был статуя Нью-Йоркҡа океандан килеүсе пассажирҙарҙы уң ҡулындағы Азатлыҡ факелын тотҡан мөһабәт ҡатын-ҡыҙ статуяһы ҡаршылай. Һул ҡулындағы таҡтаға Американың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул иткән көнө «1776 йыл, 4 июль», тип яҙылған.
Шул датаның йөҙ йыллығына арнап, статуяны француз демократтары уйлап сығара. Улар Азатлыҡ статуяһында Америкалағы демократияға һоҡланыуын сағылдырырға теләй. Скульптураны француз скульпторы Фредерик Бартольди, ә пьедесталын Америка архитекторы Ричард Хант эшләй. Статуяны эшләү өсөн аҡсаны Францияла төрлө мәрхәмәтлек саралары, күңел асыү, лотерея үткәреп йыялар. Американың үҙендә төрлө күргәҙмәләр, бокс уйындары үткәрәләр.
АҠШ-тың милли ҡомартҡыһы. 1984 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Азатлыҡ статуяһы — бейеклеге буйынса илдең икенсе маяғы (Еңеү Мемориалынан һуң, уның бейеклеге 107 м тәшкил итә), ләкин ул, икенсе функция булараҡ, диңгеҙ караптары өсөн яҡтылыҡ навигацияһы ролен үтәй, шуға уны илдең маяҡтары исемлегенә индермәйҙәр.
Меңәрләгән эмигранттар есөн Тыуған илендә кисергән иҙелеүҙән ҡотолоу билдәһе булған Азатлыҡ Статуяһы Американың төп символына әйләнә.