Азимов Айзек
Америка фантаст-яҙыусыһы, фәнде популярлаштырыусы, биохимик / From Wikipedia, the free encyclopedia
Айзек Азимов (Isaac Asimov, тыуғандағы исеме Исаак Юдович Азимов; 1920 йылдың 2 ғинуары, РСФСР, Смоленск өлкәһе, Шумячи районы, Петровичи ауылы — 1992 йылдың 6 апреле, Нью-Йорк, АҠШ) — Америка фантаст-яҙыусыһы, фәнде популярлаштырыусы, биохимик. 500-ҙән ашыу китап авторы (күбеһенсә әҙәби, тәү сиратта — фәнни фантастика, унан тыш, фэнтези, детектив, юмор жанрҙарында). Шулай уҡ фәнни-популяр китаптар ҙа яҙған, темалары төрлө: астрономия һәм генетиканан алып тарих һәм әҙәбиәт ғилеменә тиклем. Күп тапҡыр Хьюго һәм Небьюла премияларына лайыҡ була. Уның әҫәрҙәрендә ҡулланылған яңы терминдар — robotics (робототехника, роботика), positronic (позитрон), psychohistory (психотарих, ҙур төркөм кешеләрҙең үҙен тотошо тураһында фән) — инглиз һәм башҡа телдәргә ныҡлап ингән. Инглиз-америка әҙәби традицияһында Айзек Азимовты Артур Кларк һәм Роберт Хайнлайн менән бергә иң ҙур фантаст-яҙыусылар тип атайҙар.
Айзек Азимов | |
Isaac Asimov | |
Айзек Азимов в 1965 йылда | |
Исеме: |
Исаак Юдович Азимов |
---|---|
Псевдонимдары: |
Пол Френч (Paul French) |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
прозаик, яҙыусы-фантаст, фәнде популярлаштырыусы, һөнәре буйынса биохимик |
Ижад йылдары: | |
Жанр: |
фәнни фантастика |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Вестала тотҡонда» (1939) |
Премиялары: |
Хьюго, Небьюла, Локус |