Алаш автономияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Алаш автономияһы (Алаш-Урҙа, ҡаҙ. Алаш-Орда) — ҡаҙаҡтарҙың 1917—1920 йылдарҙа хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында булған милли-территориаль автономиялы дәүләт берәмеге.
Ҡыҫҡа факттар Баш ҡала, Телдәр ...
Алаш автономияһы | |||||
ҡаҙ. Алаш Орда | |||||
| |||||
Девиз: «"Алаш!" ҡаҙ. "Оян, Қазақ!"» | |||||
Баш ҡала |
Алаш (Семипалатинск) | ||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Дин | |||||
Тарихы |
13 декабрь 1917 — Икенсе дөйөм ҡырғыҙ съезы | ||||
Хөкүмәт рәйесе | |||||
• |
Бүкәйханов Алихан Нурмөхәмәт улы | ||||
Алаш автономияһы Викимилектә | |||||
Ябырға
Алаш автономияһы «Алаш» партияһы тарафынан иғлан ителә һәм 1917 йылдың 5-13 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған Икенсе дөйөм ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) съезы тарафынан раҫлана. 1920 йылдың 5 мартында Ҡырғыҙ крайы менән идара итеү буйынса хәрби-революцион комитеты тарафынан бөтөрөлә.