Алыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Алыу (кәметеү) — ике аргументтың (кәмеүсе һәм кәметеүсенең) ярҙамсы бинар математик операцияларҙың (арифметик ғәмәлдәрҙең) береһе, һөҙөмтәһе булып беренсе аргументтың ҡиммәтен икенсе аргументтың ҡиммәтенә кәметеүҙән килеп сыҡҡан яңы һан (айырма) тора[1]. Яҙылышта «минус» тамғаһы менән тамғалана: . Алыу — ҡушыуға кире ғәмәл.
Дөйөм рәүештә ошолай яҙырға мөмкин: , бында һәм . Йәғни күмәклегенән алынған һәр элементтар парына һәм -ның айырмаһы тип аталған элементы ярашлы ҡуйыла.
Алыу ғәмәле ике элемент та бер үк күмәклеккә ингәндә генә (бер үк типта булғанда) башҡарылырға мөмкин.
Тиҫкәре һандар булғанда алыу ғәмәлен ҡушыуҙың бер төрө итеп ҡарау (билдәләү) уңайлы - ҡапма-ҡаршы һанды ҡушыу[2]. Миҫал өсөн, алыу ғәмәлен ҡушыу итеп ҡарап була: .
Ысын һандар күмәклегендә ҡушыу функцияһының ҡиммәттәре күмәклеге графикта координаталар башы аша үтеүсе һәм координаталар күсәренә 45° мөйөш градусы ауышлыҡта булған яҫылыҡ күренешендә.
Алыу ғәмәленең бер нисә мөһим үҙсәнлеге бар (мәҫәлән өсөн):
- Антикоммутативлыҡ:
- Антиассоциативлыҡ:
- Дистрибутивлыҡ:
- (нуль элементты) алыу бирелгән һанға тигеҙ булған һанды бирә:
Миҫал рәүешендә, яҙыуы уңдағы һүрәттә, биш алманан ике алманы алһаң, өс алма тороп ҡалыуын күрһәтә. Миҫал өсөн, 5 алманан 2 грушаны алып булмауын билдәләп китәйек. Алманы иҫәпләүҙән тыш, алыу ғәмәле башҡа физик һәм абстракт дәүмәлдәрҙең, мәҫәлән тиҫкәре һандарҙың, кәсер һандарҙың, векторҙарҙың, функцияларҙың һ.б. айырмаһы рәүешендә күрһәтелергә мөмкин.