Америка футболы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Америка футболы, АҠШ-та футбол кеүек билдәле — контактлы командалы спорт төрө. Һәр яҡтан ун берешәр уйынсынан торған ике команда ҡатнаша. Оҙонлоғо 120 ярд (109,728 метр, шуның эсенән 100 ярд (~91,45 метр) уйын зонаһы һәм 10-шар ситке ярдтар — командаларҙың мәрәй зоналары (ингл. end zone), киңлеге 53,3 ярд (48,738 метр). Ике осонда сөйөртмәк рәүешендә ҡапҡалар булған тура мөйөшлө майҙанда оҙонсараҡ формалы туп менән уйнайҙар. Команда тупты мәрәйҙәр зонаһына алып барып еткергәнсе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Башта команданың береһенә тупты 10 ярдҡа алып еткерергә мөмкинлек бирелә (4 мөмкинлек бирелә). Әгәр алып барып еткерһәләр, тағы 4 мөмкинлек өҫтәп бирелә. Кире осраҡта, туп дәғүәселәргә эләгә. Тупты зонаның аҙағына еткереп (тачдаун) йәки ҡапҡаларға индереп (филдгол), мәрәйҙәр тупларға була, шулай уҡ һаҡлаусы ла (сейфти яһап) мәрәй йыя ала. Матч аҙағына ҡайһы команданың мәрәйҙәре күберәк, шул команда еңеүсе була.
Америка футболы регби һәм футболдың тәүге осор формаһынан үҫешә. Уны, ғәҙәттә футбол, АҠШ-та «соккер» тип атайҙар. Беренсе уйын 1869 йылдың 6 ноябрендә соккер уйынының бер варианты ҡағиҙәләре буйынса башҡарылған тип һанала. 1880 йылда Уолтер Кэмп (инг.)баш. ((ингл. Walter Camp), «америка футболы атаһы» һымаҡ билдәле, (ул уйынсы ла, судья ла һәм спорт комментаторы ла булған) беренсе булып уйындың аныҡ ҡағиҙәләрен булдыра: снэп индерә, ҡатнашыусыларҙың һанын ун бергә ҡалдыра. Яңы ҡағиҙәләр пас алға биреүҙе, нейтраль зона булдырыуҙы законлаштыра һәм майҙан киңлеген раҫлай
Америка футболы — АҠШ-та әлеге ваҡытта иң популяр спорт төрө, ә Милли футбол лигаһы (НФЛ) (National Football League) — Төньяҡ Америкала иң танылған лига.