Арпа
From Wikipedia, the free encyclopedia
Арпа (лат. Hórdeum) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлеге; орлоғо ярма, һыра һәм мал аҙығы әҙерләүгә тотонола торған оҙон ҡылсыҡлы ашлыҡ һәм уның орлоғо[1]. Мөһим ауыл хужалығы культураһы, кешелек тарихында иң боронғо культуралы үҫемлек (үҫемлекте яҡынса 10 мең йыл элек эшкәртә башлағандар)[2].
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация |
? Арпа | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Hordeum L. | ||||||||||||||||
|
Ябай арпа (ҡарабуған, ячмень обыкновенный) (Hordeum vulgare) L. төрө киң таралған, ҡалған төрҙәре һирәк осрай йә ҡырағай үҫә. Арпа бойҙайы аҙыҡ-түлек, мал аҙығы өсөн үҫтерелә. Арпа оно икмәк бешереү сәнәғетендә бойҙай һәм арыш онона өҫтәмә булараҡ ҡуллыныла. Техник маҡсатта һыра, арпа ярмаһы етештереү өсөн ҡулланыла. Аҡһым, крахмалға бай булғаны өсөн мал аҙығы булараҡ файҙаланыла. Рәсәйҙә мал аҙығы булараҡ 70 % арпа бойҙайы ҡулланыла.