Архимед
From Wikipedia, the free encyclopedia
Архиме́д (Ἀρχιμήδης; беҙҙең эраға тиклем 287 йылда тыуған — беҙҙең эраға тиклем 212 йылда вафат булған) — бар донъяла билдәлелек алған боронғо грек математигы, физигы, механик һәм инженер. Геометрияла, шулай уҡ үҙе нигеҙ һалған механика менән гидростатикала бик күп асыштар авторы.
Архимед | |
Αρχιμήδης | |
Тыуған көнө |
б. э. т. 287({{padleft:-287|4|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Сиракузы |
Вафат көнө |
б. э. т. 212({{padleft:-212|4|0}}) |
Вафат урыны |
Сиракузы |
Ғилми даирәһе |
Математика, механика, инженерия |
Геометрия өлкәһендәге бик күп асыштар яһаған, математик анализдың күп идеяларын алдан ҡулланған. Механика, гидростатикаға нигеҙ һалған, бер нисә мөһим уйлап табыу авторы булған. Күп кенә математик төшөнсәләр Архимед исеме менән бәйле. Иң билдәлеһе — Архимед һаны (22 / 7)[1]. Бынан тыш, уның исемен граф, тағы ла бер һан, копула, аксиома, спираль, есем, закон һәм башҡалар йөрөтә. Ғалимдың эштәре, Иоганн Кеплер, Галилео Галилей, Рене Декарт һәм Пьер Ферма кеүек, XVI-XVII быуаттарҙағы бөтә донъяға билдәле математика һәм физика хеҙмәттәрендә файҙаланылған. Хәҙерге баһалар буйынса, Архимед асышы 1550-1650 йылдарҙа математиканы артабан үҫтереү өсөн нигеҙ булды. Атап әйткәндә, Архимед эштәре математик анализ нигеҙенә ятҡан.
Архимед тормошо менән бер нисә риүәйәт бәйле. Архимед батша Гиерон тажының был заказ өсөн бирелгән алтындан яһалғанмы, әллә оҫта көмөш ҡушып алдашҡанмы икәнен белә алған. Ҡуйылған мәсьәлә тураһында Архимед уйланып мунсаға килә. Һыу тултырылған ваннаға ингәс, ул һыу кимәле күтәрегәненә иғтибар итә. Шул ваҡытта уға ҡыҫып сығарылған һыу күләмен масса менән бәйләү тураһында уй килә. Был гидростатика нигеҙе була. «Эврика!» Архимед ваннанан һикереп сыға ла яланғас килеш батша янына йүгерә. Таж ҡыҫырыҡлап сығарған һыу күләмен һәм уның ауырлығындаға алтын киҫәктәрен сағыштырып ҡарағас, ғалим ювелирҙың алдауын иҫбатлаған. Башҡа риүәйәттәр буйынса ғалим рычак теорияһын асҡан. Ул ҡоро ерҙә каток өҫтәндә барған ҙур карабты рычаг ярҙамында күсерә алған. Шунан һуң ғалим: «Миңә таяныу нөктәһе бирегеҙ, мин Ер шарын күсерәм»,- тигән.
Римляндәр Сиракузды штурмлаған ваҡытта Архимед төҙөгән яйланма ҡаланы диңгеҙҙән һәм ҡоро ерҙән һөжүм иткән тулы бер армияны алған. Ҡаланы тиҙ генә яулап алмаҡсы булған римляндәр пландан баш тартырға мәжбүр булалар һәм ҡамауға күсәләр. Ике йылдан ҡаланы хыянатсы ярҙамында баҫып алалар. Штурм ваҡытында Архимед үлгән.
Архимед тормошо тураһында мәғлүмәтте беҙгә Полибий, Тит Ливий, Цицерон, Плутарх, Витрувий, Диодор Сицилийский һәм башҡалар яҙып ҡалдырған. Уларҙың барыһы ла күпкә һуңыраҡ йәшәгән. Шуға күрә булған ваҡығаларҙы баһалау еңел түгел.