Асыу тәлгәштәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Асыу тәлгәштәре (ингл. The Grapes of Wrath) — Джон Стейнбек тарафынан яҙылып, 1939 йылда баҫтырып сығарылған роман, 1940 йылда Пулитцер премияһына һәм 1962 йылда Нобель премияһына лайыҡ була. Романда Бөйөк депрессия осоро сағыла, Оклахома штатындағы өйҙәренән ҡоролоҡ, иҡтисади ауырлыҡтар һәм финанс һәм ауыл хужалығындағы үҙгәрештәр арҡаһында сығып киткән ярлы крәҫтиән ғаиләһе — Джоудтар тураһында бәйән ителә. Саң ҡаҙаны тип аталған көслө саңлы дауылдар теҙмәһенән һуң сараһыҙ хәлдән Джоудтар Калифорнияға табан юллана. Меңләгән башҡа «Оки»лар менән ҡуша улар ҙа бында эш эҙләй, йәшәр урын, өмөтлө киләсәккә ынтыла.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Ҡыҫҡа факттар Жанр, Автор ...
Асыу тәлгәштәре | |
The Grapes of Wrath | |
Жанр | |
---|---|
Автор |
Джон Стейнбек |
Төп нөхсә теле |
инглиз |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1939 |
Ябырға
Роман АҠШ-тың күп уҡыу йорттарында уҡыу программаһына керетелгән, 1940 йылда ул урыҫ теленә тәржемә ителгән.