Аутосома
ата һәм инә заттарҙағы айырмалары булмаған парлы хромосомалар / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аутосома — ата һәм инә заттарҙағы айырмалары булмаған парлы хромосомаларҙы аутосомалар тип атайҙар. Ата һәм инә заттарҙы айырып торған хромосомаларҙы енес хромосомалары тип атайҙар. Йәғни, был хромосомаларҙа енесте билдәләүсе ген урынлашҡан. Енес хромосомаларынан башҡалары аутосомалар. Мәҫәлән, дрозофиланың хромосомалар йыйылмаһы алты аутосоманан һәм ике енес хромосомаһынан тора. Ата затта һыңар, ә инә затта икеләтә һандағы таяҡса һымаҡ енес хромосоманы Х- хромосома, ә икенсе енес хромосомаһын (ата зат-гағы ике яурынлы хромосома, инә затта ул юҡ) — У- хромосома тип атайҙар. күсермәһен бирә[1].
Аутосомаларҙы иң ҙурынан башлап бәләкәйенә тиклем тәртип номере менән билдәләп сығалар. Мәҫәлән, кеше күҙәнәгенең диплоид йыйылмаһында 46 хромосома була. Унда — 44 аутосома (22 пар, 1 -ҙән 22-сегә тиклем номерланған). Бер пар енес хромосомалары (ир-аттарҙың кариотибында —ХУ һәм һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡында —XX).