Аш тоҙо
аҙыҡ ингредиенттары сифатында ҡулланылған минерал, тәү сиратта натрий хлоридынан тора / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аш тоҙо — аш-һыуҙы тәмләй торған әсе кристаллик есем[1]; ашамлыҡ һәм техник продукт; тәбиғәттә галит минералы рәүешендә осрай.
Аш тоҙо халыҡ хужалығының күп тармаҡтарында: аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, малсылыҡта, медицинала, химияла (Na, CI, HCI, инсектицидтар, хәрби маҡсаттарҙа ағыулы матдәләр һ.б. яһау өсөн), күн, нефть (быраулау иҙмәләре өсөн) сәнәғәтендә һ.б. киң ҡулланыла.
Ике халәттә киң таралған: ҡаты − NaCI -ҙың (% тарҙа) уртаса миҡдары таш тоҙҙа − 92-98,8, ултырмаларҙа − 77-95; эремәләрҙә − диңгеҙ һыуында − 0,6 (Каспий диңгеҙе), 2,7 (Ер шары океаны), тоҙло күлдәрҙең тәбиғи эремәһендә — 7,3, 25,9, (Хужа-Мумын күле, Төркмәнстан Республикаһы), ер аҫты минераль һыуҙарында — 5 тән күберәк. Ҡулланылышына ҡарап аҙыҡ-түлек (тулайым етештереүҙең 50%-ы), техник (40 %) һәм мал аҙығы (10 %) тоҙона бүленә. Аш тоҙон сығарыу, тәбиғәттәге тоҙло һыуҙарҙан һәм диңгеҙ һыуынан тәбиғи рәүештә һәм заводта парға әйләндерү юлы менән алалар. Донъя күләмендә йылына 190—215 млн тонна аш тоҙо етештерелә, төп етештереүселәре — АҠШ, Ҡытай, Германия һәм Рәсәй (йылына 8-10 млн тонна). Рәсәй Федерацияһында тоҙ сығарыу Башҡортостанда (Бөтә Рәсәй етештереү күләменең 40 %), Әстрәхән (23 %), Иркутск (13 %), Ырымбур (4 %) һәм Волгоград (4 %) өлкәләрендә ғәмәлгә ашырыла.
Тәбиғи (диңгеҙ) тоҙға һәр ваҡыт тиерлек башҡа минераль тоҙҙар ҡушылған була, улар тоҙға төрлө төҫтәр (ғәҙәттә һоро, көрән, ал төҫтәр) өҫтәй ала.
Эре һәм ваҡ, таҙа, иодлы, нитритлы һәм башҡа төрҙәрҙә етештерелә. Таҙалығына ҡарап, экстра, юғары, беренсе һәм икенсе сорттарға бүленә.