Баграт ҡорамы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Баграт ҡорамы — Кутаисила 1003 йылда берләшкән Грузия батшалығының төп соборы булараҡ Баграт III хакимлығы ваҡытында төҙөлгән һәм Богородица Успение хөрмәтенә изгеләндерелгән ҡорам.
Баграт ҡорамы | |
груз. ბაგრატის ტაძარი | |
Нигеҙләү датаһы | XI быуат |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Покров Пресвятой Богородицы[d] |
Нигеҙләүсе | Баграт III[d] |
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Кутаиси |
Епархия | Кутаисская и Гаэнатская епархия[d] |
Христианский литургический обряд | византийский обряд[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1692 |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы һәм Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d] |
Баграт ҡорамы Викимилектә |
Ҙурлығы һәм пропорциялары буйынса мөһабәт ғибәҙәтхана ҡавказ аръяғы төҙөлөшө тарихында яңы һүҙ була, ул һыр һәм мозаика менән биҙәлгән һәм Грузияның урта быуат тарихында айырым роль уйнай. Атап әйткәндә, нәҡ бында Давид IV Төҙөүсе таж кейә.
1691 йылда төрөктәр һөжүме ваҡытында дары шартлауы соборҙың көмбәҙен һәм ҡыйығын емерә, артабан ул тергеҙелмәй. 1770 йылда рус генералы Тотлебендың артиллерияһы Кутаиси ҡәлғәһен һәм Баграт ҡорамының бөтә көнсығыш өлөшөн юҡ итә.
1994 йылда Баграт ҡорамы ЮНЕСКО исемлегенә бөтә донъя мираҫы объектә булараҡ индерелә, 2001 йылда әленән-әле емереклектәрҙә ғибәҙәттәр үткәреүсе Грузин православие сиркәүенә тапшырыла.