Балыҡ тотоу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Балыҡ тотоу — балыҡты төрлө һыу ятҡылыҡтарынан сығарыу ысулы.
Балыҡ тотоу кәсеп йәки ял итеү төрө була ала[1]. Балыҡ тотоу өсөн ҡармаҡ, балыҡ тотоу ауы, гарпун һәм башҡа ҡулайламалар ҡулланыла. Балыҡтан тыш, төрлө диңгеҙ продукттары: моллюскылар, ҡыҫала һымаҡтар һәм энә тирелеләр тотола. Ғәҙәттә, «балыҡ тотоу» термины балыҡсылыҡ хужалыҡтарында үҫтерелгән балыҡты, шулай уҡ диңгеҙ имеҙеүселәрен: кит һымаҡтарҙы, ишкәк тәпәйлеләрҙе, сиреналарҙы аулауға ҡарата ҡулланылмай. ФАО (Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы) мәғлүмәте буйынса, 2009 йылда донъяла балыҡ (аквакультура продукттарын иҫәпкә алмайынса) тотоу 90 млн тонна, ә йән башына балыҡ ҡулланыу 2009 йылда 17,2 кг/кеше тәшкил иткән, шуларҙың 62 проценты ҡырағай мөхиттә тотолған балыҡ өлөшөнә тура килгән[2]. Өҫтәүенә, һәүәҫкәр (рекреацион) балыҡсылыҡта дөйөм донъя балыҡсылығы, баһалауҙар буйынса, йылына 2 миллион тонна самаһы балыҡ тәшкил итә һәм хайуан аҡһымының мөһим сығанағы булып тора, бигерәк тә — үҫешеүсе дәүләттәрҙә[3].