![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/c7/Radik_Batyrshin.jpg/640px-Radik_Batyrshin.jpg&w=640&q=50)
Батыршин Радик Ирек улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Батыршин Радик Ирек улы (28 июль 1968 йыл, Өфө) — Рәсәй журналисы, МТРК «Мир» рәйесе. Филология фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында ветерандар эше буйынса комиссия ағзаһы. Рәсәй журналистар союзы ағзаһы. Мәскәү журналистары союзы ағзаһы. Рәсәй телевидениеһы академияһы академигы. Рәсәй Радио Академияһы академигы. Телерадио тапшырыуҙар Милли ассоциацияһы идараһы ағзаһы (НАТ)[1], коммуникациялар, Иҡтисад Юғары мәктәбе Милли тикшеренеү университетының медиа һәм дизайн факультеты профессоры[2], The International Academy of Television Arts&Sciences (АҠШ) ағзаһы. 2012 йылдың ноябренән 2018 декабренә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү буйынса Совет ағзаһы була.
Батыршин Радик Ирек улы | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 28 июль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (55 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Инглиз, поляк, башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшә.
Өйләнгән, ҡыҙ тәрбиәләй.