Башҡортостан автономияһының административ-территориаль бүленеше
Башҡортостан автономияһы сиктәрендә территориаль берәмектәр системаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан автономияһының административ-территориаль бүленеше — Башҡортостан автономияһы сиктәрендә территориаль берәмектәр системаһы. Ырымбурҙа 1917 йылдың 8 — 20 декабрендә үткән III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында (съезында) билдәләнә. Съезд Башҡортостан автономияһын раҫлай һәм уның сиктәрен ҡарай. Ойоштороу ҡоролтайы «Бәләкәй Башҡортостан» сиктәрендә автономияны раҫлай һәм уның территорияһында өйәҙҙәр урынына 75 улусҡа (волость) бүленгән 9 кантон булдырыу ҡарарын ҡабул итә. 1919 йыл башына кантондарҙың дөйөм һаны 13 була.
Был мәҡәлә Яҡшы мәҡәләләргә кандидат. |
Башҡортостан автономияһының административ-территориаль бүленеше | |
Дәүләт | Рәсәйҙең территориаль бүленеше[d] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан автономияһы |
Һуңғараҡ 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт Хөкүмәте совет власы яғына күскәндән һәм 1919 йылдың 20 мартында "Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү"енә ҡул ҡуйғандан һуң, ошо уҡ 13 кантондан торған Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше нығытыла.