Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы (бел. Нацыянальны сход Рэспублiкi Беларусь) — Беларустың юғары вәкәләтле закондар сығарыу органы. Ике палатанан тора — Вәкилдәр палатаһы (түбәнге палата) һәм Республика Советы (юғары палата). Вәкилдәр палатаһы составында — 110 депутат. Депутаттарҙы һайлау дөйөм, ирекле, тиң, тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Вәкилдәр палатаһы тулыһынса мажоритар система буйынса (үҙе тауышҡа ҡуйылған һайлау округы буйынса һайлаусыларҙың күпселек тауышын алған кандидат һайланған тип иҫәпләнә) төҙөлә. Республика Советы территориаль вәкиллек палатаһы булып тора. Һәр өлкәнән һәм Минск ҡалаһынан урындағы депутаттар Советтары ултырышында һигеҙешәр Республика Советы ағзаһы һайлана. Уларға өҫтәп һигеҙ Республика Советы ағзаһын Беларусь Республикаһы Президенты тәғәйенләй. Шулай итеп, Республика Советы — 64 ағзанан торған региональ вәкиллек органы.
Беларусь Республикаһының Милли йыйылышы Нацыянальны сход Рэспублiкi Беларусь | |
Тип | |
---|---|
Тип |
ике палаталы парламент |
Палаталар |
Республика Советы |
Етәкселек | |
Республика Советы Рәйесе |
Мясникович Михаил Владимирович |
Вәкилдәр Палатаһы Рәйесе |
Андрейченко Владимир Павлович |
Структура | |
Ағзалар |
174 |
Республика Советы Фракциялар |
фракциялар юҡ, территориаль принцип буйынса ойошторола һәм төҙөлә |
Вәкилдәр Палатаһы Фракциялар |
|
Республика Советы Тауыш биреү системаһы |
урындағы депутаттар Советтары ултырышында һигеҙешәр Республика Советы ағзаһы һайлана |
Вәкилдәр Палатаһы Тауыш биреү системаһы |
граждандар тарафынан мажоритар система буйынса дөйөм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә һайлана |
Сайт | |