Берлин
Германияның баш ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Берли́н (нем. Berlin) — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса Германиялағы иң ҙур ҡала. Лондондан һуң Берлин — майҙаны буйынса Европа Берләшмәһендә икенсе урында.
Ҡала | |||||
Берлин нем. Berlin | |||||
| |||||
Ил |
ГерманияГермания | ||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Бургомистр |
Клаус Воверайт | ||||
Телефон коды | 030 | ||||
Рәсми сайт | |||||
ҡәрҙәш ҡалалар |
Лос-Анджелес, Будапешт, Токио, | ||||
Берлин — ГФР составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала Шпрее (шул арҡала Берлинды «Шпреелағы Афина» тип тә йөрөтәләр) һәм Бранденбург федераль ерҙең үҙәгендәге Хафель йылғалары ярында урынлашҡан.
1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында Кёльн һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Кёльндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»дың тарихи исеме Нойкёльн районында сағылыш таба.
Берлин 1417 йылдан Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығының һәм Пруссияның (Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас) баш ҡалаһы, Германия империяһы булдырылғас, уның баш ҡалаһы була.
Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.
Һуңғараҡ өс оккупация секторы айырым дәүләт ойошмаһы статусы алған Көнбайыш Берлинға үҙгәртелә. Шулай булһа ла, Көнбайыш Берлин Германия Федератив Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.
Берлин секторҙары араһында күсеп йөрөү оҙаҡ ваҡыт ирекле булһа ла, Германия Демократик Республикаһы хөкүмәте, халыҡ һанын кәметмәү маҡсатында, Берлин стенаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был стена 1961 йылдың 13 авгусынан Көнбайыш Берлинды уратып ала.
Һалҡын һуғыштың мөһим символдарының береһе булған Берлин стенаһы 1989 йылға тиклем тора. 1990 йылда Германия ҡушылғас, уның баш ҡалаһы Берлин була. 1994 йылда Бонн ҡалаһынан Берлинға бундестаг, президент администрацияһы һәм федераль министрлыҡтар менән бергә федераль канцлер ведомствоһы күсерелә.
Бөгөн Берлин донъя мәҙәниәте үҙәге булып тора. Ул Европаның иң эре транспорт үҙәге. Бында велосипедта йөрөү киң таралған. Күп кенә юлдарҙа велосипедсылар өсөн махсус урындар ҡалдырылған, унда хәрәкәт итеүҙе светофорҙар тәртиптә тота. Берлиндың университеттары, тикшеренеү институттары һәм музейҙары бөтә донъяға билдәле. Ҡалала планетаның төрлө мөйөшөнән килгән рәссамдар, дипломаттар, иммигранттар эшләй һәм йәшәй.