Берлингтон (Вермонт)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Берлингтон (ингл. Burlington) — Америка Ҡушма Штаттарындағы Вермонт штатының иң ҙур ҡалаһы, Читтенден округының үҙәге. Ҡалаға 1785 йылда нигеҙ һалынған. Берлингтон Шамплейн күле һәм Йәшел тауҙар араһындағы тау битләүҙәрендә, Канада сигенән (Вермонт-Квебек янында) көньяҡҡа табан 72 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала Монреалдән 151 километр көньяҡта тора. Берлингтондан көнсығышҡа табан Йәшел тауҙар һуҙылған. Ҡала халҡы 42 282 кеше тәшкил итә (2013 йыл).
Берлингтон | |
ингл. Burlington | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1783 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Burlington |
Кем хөрмәтенә аталған | Ричард Бойль, 3-й граф Бёрлингтон[d] |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ үҙәге | Читтенден[d] |
Административ-территориаль берәмек | Читтенден[d][1] |
Статистическая область | Burlington metropolitan area[d][2][3] |
Территория перекрывается с | Burlington urban area[d][4] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Burlington, Vermont[d] |
Хөкүмәт башлығы | Emma Mulvaney-Stanak[d][5] |
Халыҡ һаны | 44 743 кеше (1 апрель 2020)[6][7] |
Процент водной поверхности | 33,4774 процент[8] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 61 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Арад[d], Вифлеем[d], Элк[d], Онфлёр[d], Moss Point[d], Пуэрто-Кабесас[d] һәм Ярославль |
Майҙан |
40,126745 км²[9], 40,126738 км² (1 апрель 2010)[8] |
Почта индексы | 05401–05402[10], 05405–05406[10], 05408[10], 5401 һәм 5406 |
Рәсми сайт | burlingtonvt.gov |
Число домохозяйств | 16 189 ± 562[11] |
Доход на душу населения | 30 855 $[12] |
Урындағы телефон коды | 802 |
Номер тамғаһы коды | 802 |
Берлингтон Викимилектә |
Берлингтон Берлинг ғаиләһе исемен алған, уларҙың ғаиләһе тирә-яҡтағы ерҙәрҙе иң беренсе булып үҙләштергән. 1763 йыл ауылға нигеҙ һалыу йылы булып һанала, әммә ҡалаға халыҡтың күпләп күсеп килеп ултырыуы Берлингтонда ағас бысыу предприятиеһы һәм судоверфь барлыҡҡа килгәс кенә башланып киткән. Британлыларҙы һөжүм итеүселәрҙән гарнизон һаҡлаған. 1812—1814 йылда Инглиз-америка һуғышы тоҡанып киткәс, Берлингтондан британия флотына ут атҡандар.
Берлингтон — Вермонт штатының ҙур мәҙәни үҙәге. Бында 1791 йылда Вермонт университеты нигеҙләнгән, 1878 йылда — Шамплейн колледжы барлыҡҡа килгән. Университеттың иҫке бинаһына(«Mill Old») нигеҙҙе генерал Лафайет һалған. Ҡаланан көньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта 18 гектар майҙанлы территорияла Шелберн музейы тора. Төньяҡ Американың баш күтәреүселәренең бер юлбашсыһы Итен Аллендың өйө һәм ҡәбере үҙенә туристарҙы йәлеп итә.
2006—2012 йылдарҙа Берлингтон ҡалаһының мэры Боб Кисс була, ул һул йүнәлешле прогрессив Вермонт партияһынан ҡуйылған. 2012 йылдың 6 мартында АҠШ Демократик партияһы вәкиле — Миро Вейнбергер ҡаланың мэры була.