Валюталарҙың кодтары һәм классификаторҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Валюта коды — төрлө мәғлүмәт тапшырыу системаларында аҡса берәмеген билдәләү һәм таныу өсөн ҡулланылған һандар һәм хәрефтәр йыйылмаһы, ул сағыштырмаса ҡыҫҡа була. Валюталарҙың кодтары валюталарҙың классификаторҙарына төркөмләнгән, улар ғәҙәттә дөйөм донъя, дәүләт-ара, милли (йәғни дәүләт) йә тармаҡ стандарты булып тора.
Викидатала элемент юҡ |
ISO 4217 дөйөм донъя стандарты итеп алынған.
Дәүләттәрҙән өҫтөн торған ойошмаларҙың халыҡ-ара классификаторҙарының бер нисә версияһын Рәсәй Федерацияһы ҡуллана, мәҫәлән:
- КВ ТС (Классификатор валют Таможенного союза Белоруссии, Казахстана и России) — Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй Таможня берлеге валюталары классификаторы;
- МКВ (Межгосударственный классификатор валют стран СНГ) — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре валюталарының дәүләт-ара классификаторы.
Рәсәйҙең локаль стандарттары:
- ОКВ (Общероссийский классификатор валют) — Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы (уның украин аналогы — Валюталар классификаторы укр. Класифікація валют).
- ККВ (Классификатор клиринговых валют) — тармаҡ Клиринг валюталары классификаторы.
Локаль маҡсаттарҙа ҡулланыла алған башҡа классификаторҙар һәм стандарттар ҙа бар.