Валюта курсы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Валю́та курсы — бер илдең аҡса берәмегенең икенсе илдең аҡса берәмеге, затлы металдар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән баһаланған хаҡы (котировкаһы).
«Валюта алмаштырыу» төшөнсәһе уның конвертацияланыу билдәһе менән бәйләнгән. Валютаныңконвертацияланыу кимәле валюта операцияларын дәүләт көйләүе механизмы менән билдәләнә. Әгәр илдә резиденттарға һәм резидент түгелдәргә валюта менән эш итеүҙә сикләүҙәр ҡулланылмаһа, уның валютаһы ирекле конвертацияланыусы тип атала, ә валюта менән операцияларҙың бөтә төрҙәренә лә тиерлек закон тарафынан сикләүҙәр ҡуйылған булһа, ул конвертацияланмай торған валюта тип йөрөтөлә. Илдә ҡайһы бер операцияларға ғына сикләүҙәр булһа, уның валютаһы өлөшләтә конвертацияланыусы була. Валютаның конвертацияланыу ирке илдең иҡтисади тотороҡлолоғона нигеҙләнә, йәғни валюта алмаштырыуға законлы рөхсәт кенә етмәй, валютаның ышаныслылығы һәм илдең иҡтисади хәленә баһа ла мөһим[источник не указан 368 дней]. Шулай итеп, конвертацияланыу — ул валютаның валюта баҙарҙарында башҡа валюталарға һәм ҡабат үҙ дәүләте валютаһына ирекле алмаштырыла алыу һәләте.
Конвертацияланыусы валюталар өсөн курс нигеҙендә валюта паритеты ята [источник не указан 397 дней]. Ләкин валюталарҙың курстары уларҙың валюта паритеттарына бер ҡасан да тиерлек тап килмәй. Халыҡ-ара сауҙа шарттарында һәм башҡа тышҡы иҡтисади операциялар барышында сит ил валютаһындағы керемдәр һәм түләүҙәр һәм шуға ярашлы сит ил валютаһын алыу һәм һатыу нисбәте һәр ваҡытта ла тиңлектә тормай. Түләү балансы актив булғанда был илдең валюта баҙарында сит ил валюталары курсы түбәнәйә, ә дәүләт аҡса берәмегенең курсы күтәрелә. Илдә пассив түләү балансы булғанда бының киреһе күҙәтелә [источник не указан 397 дней]. Шунлыҡтан күп илдәрҙә дәүләт валютаһының ҡаты рәсми курсы менән йәнәш ирекле курсы ла була. Рәсми паритет буйынса төрлө илдәрҙәге үҙәк милли банкылар һәм башҡа валюта-финанс учреждениелары, халыҡ-ара ойошмалар араһындағы хисаплашыуҙар башҡарыла [источник не указан 397 дней]. Айырым кешеләр һәм хосуси ойошмалар араһындағы хисаплашыуҙар ирекле курс буйынса бара.
Валюта курсын билгеләү (фиксациялау) алтын паритет (дәүләт аҡса берәмегендәге гарантияланған алтын миҡдары) йә халыҡ-ара договор буйынса тормошҡа ашырыла [источник не указан 397 дней]. Классик алтын стандартҡа ярашлы, йәғни үҙәк банкыла валюта алтынға ирекле алмаштырыла алғанда, валюта курсы уның алтын миҡдарына булған нисбәтенә ҡарап хасил ителә.
Ил хөкүмәте рәсми алмаштырыу курстарын (иҫәп курсын) урынлаштыра һәм улар махсус бюллетендәрҙә даими баҫылып тора. Рәсәйҙә һумдың рәсми курсы РФ Үҙәк банкы тарафынан билдәләнә. Был курс дәүләт бюджеты килемдәрен һәм сығымдарын иҫәпләгәндә, дәүләттең ойошмалар һәм граждандар менән түләү-хисаплашыу мөнәсәбәттәренең бөтә төрҙәрен, шулай уҡ һалым һалыу һәм бухгалтер иҫәбен ғәмәлгә ашырыу өсөн булдырыла.
Дәүләт аҡса берәмеген сит ил аҡса берәмегенә ҡарата фиксациялау валюта котировкаһы тип атала. Тура һәм кире (ситләтелгән) котировка була. Тура котировка — ул сит ил валютаһының дәүләт баҙарында хасил булған хаҡы. Ул котировкаланыусы валюта берәмегенә күпме үлсәм валютаһы тура килеүен күрһәтә. Кире (ситләтелгән) котировка үлсәм валютаһы берәмегенә күпме котировкаланыусы валюта берәмеге тура килеүен күрһәтә. Бер валютаның икенсеһенә ҡарата курсы өсөнсө валюта аша ла билдәләнә ала. Был осраҡта ул кросс-курс тип атала. Бындай котировкаларға ихтыяж ике валюта араһында тура алмашыу операциялары күләме сағыштырмаса әҙ булғанда һәм шул арҡала тура котировкалар әһәмиәтле күләмдәргә етмәгән осраҡта тыуа. Бынан тыш, хатта ышаныслы тура котировкалар булған хәлдә лә кросс-курсты иҫәпләгәндә башҡа төрлөрәк курс дәүмәле килеп сығырға мөмкин. Валюта курсы кимәлен күҙәткәндә ике төрлө курс барлығы күренә
• Һатыусының курсы (аск, уның буйынса банк валюта һата);
• Һатып алыусының курсы (бид, уның буйынса банк валютаны һатып ала).
Улар төрлө була, сөнки был осраҡта валюта операциялары килем алыу сараһы булып тора. Был курстар араһындағы айырма спред тип атала.
Рәсәй Федерацияһында Үҙәк Банк сит ил валюталары курсын валюта биржаларындағы һатыуҙар һөҙөмтәһендә, тура котировкалар ҡулланып, һумдарҙа билдәләй [источник не указан 397 дней].