Вампирҙар фольклорҙа
From Wikipedia, the free encyclopedia
Вампирҙар тураһында легендалар меңәр йылдар дауамында бөтә мәҙәниәттәрҙә лә тиерлек йәшәп килә; боронғо Месопотамияа, йәһүттәрҙә, гректарҙа һәм римлеләрҙә иблис һәм ҡан эскән рухтар тураһында хикәйәләр булған, улар хәҙерге заман вампирҙарынан алда булған. Әммә был боронғо цивилизациялар легендаларында вампирға оҡшаш йән эйәләре барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, вампирҙың фольклор образы, бөгөнгө көндә белеүебеҙсә, көньяҡ-көнсығыш Европанан килеп сыҡҡан. Тик XVIII быуат башында ғына был төбәктең күп кенә этник төркөмдәренең һүҙ традициялары яҙып алына һәм баҫыла. Күп осраҡта вампирҙар яуыздарҙың, үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың йәки сихырсыларҙың терелгән тәне (йәнен һәм йәшәү һыҙаттарын һаҡлаған тере мәйет) булып тора. Шулай уҡ башҡа вампир тешләүенән барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Бындай легендаларға ышаныу шул тиклем киң тарала, хатта ҡайһы бер өлкәләрҙә вампир тип һаналған кешеләрҙе халыҡ алдында язалауға килтерә. Вампирҙар фильмдарҙа һәм сериалдарҙа, һәм китаптарҙа («Дневники вампира», «Сумерки», «Вампиры») телгә алына.