Ванкувер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ванку́вер (ингл. Vancouver) — Канаданың көнбайыш яр буйындағы ҡала, Британия Колумбияһы провинцияһының иң ҙур һәм илдә ҙурлығы буйынса өсөнсө тораҡ пункт. 2010 йылда Ванкуверҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары уҙғарыла. The Economist британ баҫмаһының Economist Intelligence Unit (EIU) тикшеренеү төркөмө Ванкуверға өс тапҡыр (2005, 2007, 2009 йылдарҙа) «Ерҙең иң яҡшы ҡалаһы» исемен бирә[1][2][3].
Ванкувер Vancouver | |
---|---|
— Ҡала — | |
Герб | |
Координаты: 49°18′08″ с. ш. 123°06′26″ з. д.HGЯO | |
Управление | |
Ил | Канада |
Провинция | Британия Колумбияһы |
Хәҙерге статусы | 1886 |
Мэр | Грегори Робертсон |
Демография | |
Халҡы | 631 486; ҡала агломерацияһы сиктәрендә: 2 463 431 чел. (2016) |
Тығыҙлығы | 5 492,6 чел./км²; ҡала агломерацияһы сиктәрендә: 802,5 чел./км² |
Этнохороним | ванкуверлы, внкуверлылар |
Тел | инглиз француз |
География | |
Майҙаны | 114,67 км² |
Сәғәт бүлкәте | -8 (-7 йәйен) |
Телефон коды | 604 и 778 |
Веб-сайт | http://vancouver.ca/ |
Ҡала халҡының иҫәбе — 631 486 кеше (2016 йылға ҡарата). Ҙур Ванкувер (Greater Vancouver) агломерацияһында 2 463 431 кеше (2016 йылға ҡарата) йәшәй — был Канадала ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала агломерацияһы. Ванкувер этник һәм лингвистик яҡтан илдең иң төрлө яҡлы ҡалаһы булып тора — халҡының 52% инглиз телен үҙенең туған теле тип иҫәпләмәй[4].