Венгрияла туризм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Венгрия туризмы бай тарихы менән дан тота. 2002 йылда Венгрия, илде күрергә килеүселәр һаны буйынса, донъя кимәлендә ун өсөнсө урында тора.[1] 2004 һәм 2005 йылдарҙа туристарҙың һаны тағы 7 процентҡа арта.[2] Уларҙың 98 процентын европа илдәренән, бигерәк тә — Австрия, Германия, Словакия туристары тәшкил итә. Венгрияға сәйхәт итеү миҙгеле апрелдән октябргә тиклем дауам итә. Июль һәм август айҙарына туристик әүҙемлектең юғары нөктәһенә етеүе күҙәтелә. Туристар өсөн иң популяр урын булып Будапешт ҡалаһы тора.