Венгр теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Венгр теле (magyar, magyar nyelv, иҫкергән атамаһы — мадьярский язык: мадьяр теле) — венгр халҡының милли (туған) теле. Фин-уғыр телдәре ғаиләһенә ҡарап, манси һәм хант телдәре менән бергә уның уғыр төркөмөн барлыҡҡа килтерә.
Венгр теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
Magyar nyelv |
---|---|
Илдәр |
Венгрия, Румыния, Словакия, Украина, Сербия, Хорватия, Австрия, Словения |
Рәсми статусы | |
Идара итеүсе ойошма |
Венгрия Фәндәр академияһының Лингвистика институты |
Был телдә һөйләшеүселәр |
14 млн |
Телде белеүселәр |
52 |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
| |
Әлифба |
латин алфавиты |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
вен 133 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Европала венгр теленең алыҫ туғандары булып фин һәм эстон телдәре һанала, әммә XIX быуат аҙағына тиклем мадьяр теленең фин-уғыр тел ғаиләһенә ҡарауы шик аҫтында ҡала килде. Икенсе яҡтан, Рәсәй биләмәләрендә йәшәүсе фин-уғыр халыҡтары — коми, мари, мордва һәм удмурт телдәрендә венгр теле менән күп уртаҡ тамырҙар бар.
Венгриянан тыш Украинаның Карпат аръяғы өлкәһендә, шулай уҡ Сербияла (Воеводина автономиялы крайы), Румынияла (Трансильвания тарихи өлкәһе), Словакияла, Хорватияла һәм Словенияла аҙсылыҡта йәшәгән венгрҙар араһында таралған.