Википедия:Тролдәрҙе ашатмағыҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тролдәр менән эш иткәндә төп талап: зинһар, уларҙы ашатмағыҙ. Уларҙың тәртибенә һәм ҡыланышына комментарий бирмәгеҙ, хәбәрҙәренә яуап яҙмағыҙ. Ҡайһы берҙә «тролдәрҙе ашатыу», уларҙың эшмәкәрлеге тирәләй флейм ҡабыҙыу йә уларға иғтибар йүнәлтеү уңышһыҙ ғына түгел, үҙе үк троллинг йә емерткес тәртип тип баһаланырға, хатта бәхәсте һыуытыу һәм Википедияға зыян килтермәү өсөн «ашатыусыны» ҡыҫҡа мөҙҙәткә бикләп тороуға килтерергә мөмкин.
Ҡыҫҡаса: Джимми Уэйлс: «Тролдәр менән көрәштең иң шәп ысулы — уларға иғтибар итмәү һәм комментарийҙарын юйҙырыу». Шул уҡ ваҡытта бик тыныс, тотанаҡлы, итәғәтле, әҙәпле булығыҙ һәм ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ. |
Ҡатнашыусы тролме, түгелме икәнен асыҡларға булһағыҙ, уның тәртибе изге ниәттәндер тип уйларға тырышығыҙ. Уға хаталарын мөмкин тиклем итәғәтле аңлатығыҙ һәм Википедия ҡағиҙәләре менән ҡулланмаларына, Юғары шураның был хәлгә ярашлы ҡарарҙарына һәм элекке фекер алышыуҙарға һылтанығыҙ. Башҡаларҙың фекерҙәренә һәм дәлилдәренә ҡолаҡ һалмауына, тәртибен үҙгәртергә йыйынмауына ныҡлап ышанмай тороп, ҡатнашыусыны тролль тип һанарға ашыҡмағыҙ. Ләкин ошо осраҡта ла өндәшмәй ҡалыу һәм башҡа ҡатнашыусыларға үҙҙәренә һығымта яһарға мөмкинлек биреү яҡшыраҡ. Бөтәһе алдында уны тролль тип атау низағты көсәйтеп ебәрергә, һеҙҙе кәмһетмәү, тәртип этикаһы ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләүгә, хатта һеҙҙе бикләүгә килтереү ихтимал. Шулай уҡ «яңы килгәндәргә бәйләнмәү» ҡағиҙәһен дә үтәгеҙ.