Витаминдар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Витами́ндар (лат. vita — «тормош» һәм аминдар) — Ябай төҙөлөшлө һәм төрлө химик тәбиғәткә ҡараған түбән молекуляр органик матдәләр берләшмәһе. Аҙыҡ составы сифатында гетеротроф организм өсөн абсолют кәрәк булған билдә буйынса берләштерелгән химик тәбиғәте буйынса органик матдәләр төркөмө йыйылмаһы. Продуценттар (автотроф организмдар) ҙа витаминдарға мохтаж, уларҙы ул синтез юлы менән йәки тирә-яҡ мөхиттән ала. Витаминдар фитопланктон организмдарын үҫтереү өсөн туҡлыҡлы мөхит составына инә[1]. Витаминдарҙың күпселеге коферменттар йә уларҙың башлап ебәреүсеһе булып тора[2].
Витаминдар ризыҡ составында (йәки тирә-яҡ мөхиттә) бик аҙ миҡдарҙа була һәм шуның өсөн микронутриенттарға ҡарай. Микроэлементтар һәм алыштырғыһыҙ аминокислоталар витаминға инмәй[2]. Биохимия, туҡланыу гигенаһы, фармакология һәм башҡа медик-биологик фәндәр берләшмәһен, витаминдарҙың төҙөлөшөн һәм тәьҫир механизмын өйрәнеүсе, шулай уҡ уны дауалау һәм профилактик маҡсатта ҡулланыу фәнен витаминология тип атайҙар [3].