Гарринча
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мануэль (Манэ) Франсиску дус Сантус (порт. Manuel «Mané» Francisco dos Santos ; 8 октябрь, 1933 йыл, Пау-Гранди — 20 ғинуар, 1983 йыл, Рио-де-Жанейрол), Гарринча (Гарринша; порт. Garrincha) булараҡ билдәле — Бразилия футболсыһы, уң һөжүмсе, футбол тарихында иң яҡшы уң һөжүмсетип һанала[7][8]. МФФИИС һорау алыуҙары буйынса ул донъяның иң яҡшы футболсылары араһында 8-се һәм XX быуатта Көньяҡ Американың иң яҡшы футболсылары араһында 4-се урынды биләй. Шулай уҡ Гарринча «The Times» гәзите версияһы буйынса донъя чемпионаттары тарихындағы иң яҡшы уйынсылар араһында 6-сы урынды биләй Америка кубоктарының һәм чемпионаттарының тарихында иң яҡшы уйынсыларҙың символик йыйылма командаһына инә. Бразилияла Гарринча милли футбол тарихында Пеленан һуң икенсе уйынса булып һанала.
Гарринча | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Мануэл Франсиску душ Сантуш[1] | |
Ҡушаматтары | Радость народа, Кривоногий ангел, Чарли Чаплин футбола, Гауличо, Великий хромой | |
Тыуа | 28 октябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][3][4][…] Pau Grande[d], Рио-де-Жанейро[d], Бразилия | |
Вафат | 20 ғинуар 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5][2][3][…] (49 йәш) Рио-де-Жанейро, Бразилия | |
Гражданлығы | Бразилия | |
Буйы | 169 см | |
Позиция | һөжүмсе | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1947—1952 | Пау-Гранде | |
Клуб карьераһы* | ||
1953—1965 | Ботафого | 236 (85) |
1966 | Коринтианс | 4 (0) |
1967 | Португеза да Илья | 1 (0) |
1968 | Атлетико Хуниор | 1 (0) |
1968—1969 | Фламенго | 8 (0) |
1971—1972 | Олария | 8 (0) |
1953—1972 | Йәмғеһе | 257 (85) |
Йыйылма командаһы** | ||
1955—1966 | Бразилия | 60 (17)[6] |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаты | ||
Алтын | Швеция 1958 | |
Алтын | Чили 1962 | |
Көньяҡ Америка чемпионаты | ||
Көмөш | Перу 1957 | |
Көмөш | Аргентина 1959 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Гарринчи карьераһының үҫеш осоро «Ботафого» клубы өсөн сығыш яһаған йылдарға тура килә. 1953—1965 йылдарҙа ул клуб өсөн 579 уйын уйнай, 249 тип индерә. Гарринча «Ботафого» өсөн индергән голдарҙың дөйөм һаны буйынса 3-сө урында тора[9]. Етди йәрәхәт алғандан һуң, "Ботафого"нан китә. Артабан футболсы күп командалар алмаштыра, бер ҡайҙа ла оҙаҡ тотҡарланмай. 1955 −1966 йылдарҙа Бразилия йыйылма командаһында уйнай, уның составында ике тапҡыр (1958, 1962) Донъя чемпионаты еңеүсеһе була, икенсеһендә 4 гол индереп, турнирҙың иң яҡшы бомбардиры тип таныла.