Графтар теорияһы
дискретлы математиканың графтар үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Графтар теорияһы — дискретлы математиканың графтар үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм мәғәнәлә граф ҡабырғалар менән тоташтырылған түбәләр (төйөндәр) күмәклегенән ғибәрәт. Иң теүәл билдәләмә буйынса, граф тип парҙары күмәклеге атала, бында теләһә ниндәй иҫәпләү күмәклегенең аҫкүмәклеге, ә — -тың аҫкүмәклеге.
Графтар теорияһы | |
Өйрәнеү объекты | Граф (математика) |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Леонард Эйлер |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
ACM коды (2012) | 10003633 |
Графтар теорияһы Викимилектә |
Графтар теорияһы, мәҫәлән геоинформацион системаларҙа (ГИС) ҡулланыла. Булған йәки яңынан проектланыусы өйҙәр, ҡорлмалар, кварталдар һәм башҡалар түбәләр, ә уларҙы тоташтырыусы юлдар, инженер селтәрҙәре, электр тапшырыу линиялары һәм башҡалар — ҡабырғалар итеп ҡарала. Бындай графта башҡарылған төрлө иҫәпләүҙәрҙе ҡулланыу, мәҫәлән, иң ҡыҫҡа урап үтеү юлын йәки иң яҡын аҙыҡ-түлек магазинын табырға, оптималь маршрут планлаштырырға булышлыҡ итә.
Графтар теорияһының күп һанда сиселмәгән проблемалары һәм әлегә иҫбатланмаған гипотезалары бар.