Деникин Антон Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Деникин Антон Иванович (16 декабрь 1872 йыл — 7 август 1947 йыл) — урыҫ хәрби етәксеһе, генерал-лейтенант, публицист, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, яҙыусы, мемуарсы, хәрби документалист.
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тутыйғош мөхәррирләй. |
Рус-япон һуғышында ҡатнашҡан. Беренсе донъя һуғышы осоронда Рус император армияһының иң һөҙөмтәле генералдарының береһе[7]:506—507[8]. 4-се уҡсылар «тимер» бригадаһы командиры (1914—1916, 1915йылдан — уның етәкселеге аҫтында дивизияға әүерелә), 8-се армия корпусы (1916—1917 командиры. Генераль штабының генерал-лейтенанты (1916), Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттары командующийы (1917). хәрби съездар делегаты (1917), армияны демократиялаштырыуға ҡаршы тороусы[9]. Корнилов фетнәһен хуплаған өсөн Ваҡытлыса хөкүмәт тарафынан ҡулға алына, Бердичев һәм Быхов ваҡиғаларында ҡатнашыусы (1917).
Граждандар һуғышы йылдарында Аҡтар хәрәкәтенең төп етәкселәренең береһе. Рәсәй Көньягында уның лидеры (1918—1920)[10]. Бөтә сәйәси хәрәкәттәр һәм хәрби етәкселәре араһында ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Башлап юл һалыусы /Первопоходник, төп ойоштороусылаҙың береһе, ә һуңынан Иреклеләр армияһы командующийы. Рәсәй көньяғының Ҡораллы көстәре башкомандующийы (1919—1920), урынбаҫары Рус армияһы адмирал Колчактың Рус армияһы командующийының урынбаҫары (1919—1920) һәм Рәсәйҙең Юғары хакимы вазифаһында буласаҡ рәсми варисы (1919 йылдың 22 декабренән, был вазифанан баш тарта).
1920 йылдың апреленән — эмигрант, рус эмиграцияһының төп сәйәси эшмәкәрҙәренең береһе. «Рус фетнәһе очерктары» (1921—1926) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы тураһындағы фундаменталь тарихи-биографик әҫәренең, «Иҫке армия» (1929—1931) хәтирәләре, «Урыҫ офицеры юлы» 1953 йыл) автобиографик повесы һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр авторы.