Джером Дэвид Сэлинджер
Америка яҙыусыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Джеро́м Дэ́вид (Джей Ди) Сэ́линджер (ингл. Jerome David J. D. Salinger 1 ғинуар 1919(19190101), Нью-Йорк — 27 ғинуар[8][9] 2010, Корниш, Нью-Гэмпшир) — америка яҙыусыһы, уның әҫәрҙәре The New Yorker журналында 1940-сы һәм 1950-се йылдарҙа баҫылып сыға.
Сэлинджер Манхэттенда үҫә, урта мәктәптә уҡыған сағында хикәйәләр яҙа башлай. Тәүге әҫәрҙәре Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем үк баҫылып сыға. Һуғыш башланғас, Сэлинджер үҙ теләге менән фронтҡа китә. Уны һуғышҡа сәләмәтлеге торошо буйынса алмағандар, ләкин барыбер ул үҙенекенә өлгәшкән. Фронтта сағында уҡ, ул үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: «Мин кәрәк ваҡытта кәрәк урында булыуымды тоям, сөнки бында бөтә кешелектең киләсәге өсөн һуғыш бара».
1940-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Сэлинджерға америка новеллистикаларының иң шәп һәм күп вәғәҙә итеүсе оҫталарының береһе тигән репутация нығына. Хикәйәләренең күбеһе һуғыштың имгәнеү кисерештәрен сағылдыра.
1951 йылда Сэлинджер «Над пропастью во ржи» тигән тәрбиә романын нәшер итә, был әҫәр бөтә донъя уҡыусыларының һөйөүен яулап өлгөрә. Бер нисә быуын йәштәр китаптың өлкәнәйеп барыусы геройы Холден Колфилдтың иллюзияларын юғалтыуын ныҡ көйәләнеп күҙәтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә китаптың күсермәһе быға тиклем ғүмерҙә лә булмаған 60 миллион дана һатыла һәм әлегә тиклем йыл һайын был китаптың 250 000 данаһы һатылып тора.
1965 йылдан һуң Сэлинджер баҫылыуҙан туҡтай һәм кешеләр араһына сыҡмай йәшәй. Һуңғы интервьюһын ул 1980 йылда бирә.