Дунай һарайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дунай һарайы (мадьярса Duna Palota) — Венгрияның баш ҡалаһы Будапештың Бельварош тарихи районындағы нео-барокко стилендге концерт залы. Ул 1883—1885 йылдарҙа архитектор Вильмош Фреунда проекты буйынса төҙөлгән. Һарай Липотварош казиноһы булараҡ билдәле булған, тик ул ҡомарлы уйындар үткәреү урыны түгел, ә аристократтарҙың күңел асыу клубы булған. Шунда уҡ мәҙәни саралар үткәрелгән, айырып әйткәндә, концерт залында Бела Барток, Золтан Кодай һәм Антонин Дворжак үҙ әҫәрҙәрен уйнаған. 1951 йылдан алып Венгрия Эске эштәр министрлығының мәҙәни саралары бында үткәрелә. Шулай уҡ Дунай симфоник оркестры өсөн һарай залы төп урын булып тора.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Дунай һарайы | |
мадьярса Duna palota | |
Нигеҙләү датаһы | 1897 |
---|---|
Дәүләт | Венгрия |
Административ-территориаль берәмек | Будапешттың V районы[d] |
Хужаһы | Венгрия |
Архитектор | Вильмош Фреунд[d] |
Архитектура стиле | необарокко[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 1897 |
Һыйым | 294 |
Рәсми сайт | dunapalota.hu |
Дунай һарайы Викимилектә |
Ябырға