Дәште Ҡыпсаҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәште Ҡыпсаҡ[1], йәки[1] рус. Полове́цкая степь', Кипча́кская степь, фарс. دشت قپچاق, ҡырымтат. Deşt-i Qıpçaq, ҡырғ. Дештэ-кыпчак, ҡаҙ. Дешті Қыпшақ, Қыпшақ даласы, башҡ. Дәште Ҡыпсаҡ; татар. Дәште Кыпчак, Dəşteqıpçaq; үзб. dashti-qipchoq; төркисәнән — «ҡыпсаҡ далалары» — Евразияның Дунай тамағынан алып Балхаш күленә тиклем йәйрәп ятҡан тарихи Бөйөк Даланы тәшкил итә.
«Дәште Ҡыпсаҡ» термины тәүге тапҡыр фарсы авторы Насир Хосров XI быуатта яҙған әҫәрҙә осрай. Тап шул мәлдә ҡыпсаҡтар Иртыш буйҙарынан килеп, 1030 йылдан Хорезмшаһтар дәүләтенә күрше булып урынлашалар, хәҙерге Ҡаҙағстан, һуңғараҡ Төньяҡ Кавказ, Аҙау диңгеҙе тирәһенә һәм Ҡара диңгеҙҙең төньяғына таралалар.
Фарсы һәм ғәрәп сығанаҡтарында XI—XVI быуаттарҙа Кибчак, Хихчак, Киччак, Кепчак, Хифчак атамалары менән телгә алына[2].
Хәҙерге заманда Дәште Ҡыпсаҡ ерҙәре төрлө дәүләттәр: Рәсәй, Украина, Ҡаҙағстан, Молдавия, Румыния һәм Белоруссия биләмәләрендә ҡалған.