Иҫке Тбилиси
From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҫке Тбилиси (груз. ძველი თბილისი) — административ район — Тбилисиның тарихи үҙәге.
Иҫке Тбилиси | |
груз. ძველი თბილისი | |
Нигеҙләү датаһы | 2007 |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Иҫке Тбилиси Викимилектә |
Ул ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төрлө сығанаҡтарҙа район сиге төрлөсә күрһәтелә — XII быуатта Тифлис биләмәһе[1], боронғо ҡәлғә диуары сиктәрендә ҡала биләмәһе, төньяҡтан Куранан Сололак һыртына тиклем, көкөрт мунсаларын (Абанотубани) һәм көньяҡтан Харпугины индереп, Пушкин-Бараташвили урамдары линияһындағы биләмә, Грузияның Рәсәйгә ҡушылғанға (1801) тиклемге биләмәһе.
Был районда урамдар кәкере, тар, биналар урта быуат төҙөлөшө һыҙаттарын һаҡлаған.
Иҫке Тбилиси ҡалаһында архитектура һәйкәлдәре туплаған, хатта V быуат йорто ла бар, әммә XIX быуатта төҙөлгән биналар күберәк. Район биләмәһендә XVI—XVII быуаттарҙа өҫтәп төҙөлгән Нарикала цитаделе емереклектәре, түбәнге ҡәлғә диуарҙары ҡалдыҡтары[2], боронғо Анчисхати сиркәүе (VI быуат) һәм Метехи (яҡынса V быуат), Сиони кафедраль соборы (VI быуат) һәм батша Ростом мунсалары (XVII быуат) урынлашҡан. Архитектура ҡомартҡыларының ҡайһы берҙәре Бөтә донъя һәйкәлдәр фондының һаҡ исемлегенә индерелгән.