Йосемити милли паркы
Калифорния штатының (АҠШ) Мадера, Марипоса һәм Туолумне (ингл. Madera, Mariposa, Tuolumne) округтарында урынлашҡан милли парк. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йосемити милли паркы[1][2][3] (ингл. Yosemite National Park — милли парк Йосемите[4]) — Калифорния штатының (АҠШ) Мадера, Марипоса һәм Туолумне (ингл. Madera, Mariposa, Tuolumne) округтарында урынлашҡан милли парк.
Йосемити милли паркы | |
---|---|
ингл. Yosemite National Park | |
Категория МСОП — Ib (Ҡырағай тәбиғәт биләмәһе) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 3081 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1 октябрь 1890 йыл |
Килеүселәр һаны | 3 242 644 (2006) |
Идара итеүсе ойошма | АҠШ-тың милли парктар хеҙмәте |
Урынлашыуы | |
37°50′ с. ш. 119°30′ з. д.HGЯO | |
[[ |Регион административ бүленеше]] | Калифорния |
Яҡындағы ҡала | Марипоса |
nps.gov/yose | |
Йосемити милли паркы Викимилектә |
3081 км² майҙанды биләй һәм Сьерра-Невада һыртының көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Ландшафтары һәм тәбиғәте менән дан тота: һоҡланғыс гранит ҡаялар, шарлауыҡтар, таҙа һыулы йылғалар, секвойядендрон сауҡалыҡтары һәм бай биологик төрлөлөк (парктың 95 проценты тиерлек ҡырағай тәбиғәт зонаһы тип иҫәпләнә).
1984 йылда парк ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында «Бөтә донъя мираҫы» статусын ала. Баштан уҡ милли парк булараҡ уйланыла. Уны ойоштороусылар араһында — ҡурсаулыҡ идеяһын тәүгеләрҙән булып яҡлаусы Джон Мьюр (ингл. John Muir). Йыл һайын паркка 4-5 миллион кеше килә; уларҙың күбеһе Йосемите үҙәнендә генә туҡтай.
Парк Сьерра-Невада районында ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҙур һәм бүлгеләнмәгән биләмәләрҙең береһе булып тора; урындағы фаунаһы һәм флораһы бигерәк тә бай.
Диңгеҙ кимәленән 600-4000 метр бейеклектә урынлашҡан парк үҫемлектәрҙең биш төп зонаһын: ҡуйы ҡыуаҡлыҡ һәм имәнлек зонаһын, түбәнге тау урманын, үрге тау урманын, субальп һәм альп бүлкәтен үҙ эсенә ала.
Калифорнияла үҫкән 7000 төр үҫемлектең яҡынса яртыһы — Сьерра-Невада тауҙарында, ә бишенсе өлөшө парктың үҙ территорияһында осрай. Бында һирәк геологик формация һәм уникаль тупраҡ һөҙөмтәһендә 160-тан ашыу һирәк осрай торған үҫемлек төрө үҫеү өсөн уңайлы урын һанала.
Парк биләмәһенең геологик төҙөлөшө гранит һәм унан да боронғо таш тоҡом ҡалдыҡтары менән характерлана.
10 миллион йыл самаһы элек Сьерра-Невада тауҙары күтәрелә. Ә аҙаҡ көнбайыш битләүе һөҙәгерәк булып, ә көнсығышы текәрәк ҡалып ауыша.
Күтәрелеш һыу ағымдарының һәм йылға үҙәндәренең текәлеген арттыра, һөҙөмтәлә тәрән һәм тар каньондар барлыҡҡа килә. Миллион йыл самаһы элек түбәләрҙә йыйылған ҡар һәм боҙ хәҙерге субальп һәм альп бүлкәттәре райондарында боҙлоҡтар барлыҡҡа килтерә. Шул рәүешле йылға үҙәндәрен битләү буйлап түбәнгә төшөрә. Тәүге боҙлоҡ осоронда боҙҙоң ҡалынлығы 1200 метрға тиклем тәшкил итә. Боҙлоҡ массаларының артабанғы шыуыуы әлеге ваҡытта матур пейзаждар артынан һунар итеүсе бик күп туристарҙы йәлеп итеүсе трог (U-һымаҡ) үҙәнде барлыҡҡа килтерә.