Йөрәккүл (тау һырты)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йөрәккүл — Көньяҡ Урал һырты, (Силәбе өлкәһе), яҡында ятҡан күл исеме манән аталған.
Йөрәккүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1072 метр |
Йөрәккүл Викимилектә |
Милли тәбиғәт парктар араһында «Йөрәккүл» «мең метр бейеклеккә эйәләр» рангыһында ҙур булмағандар иҫәбендә булһа ла, Көньяҡ Уралдың меңле һыртына ҡарай.
Һырттың оҙонлоғо 8 километр самаһы. Абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1175 метр.
Күләме ҙур булмаһа ла, Йөрәккүл һырты иҫтәлекле урындарға бай. Юлдан алып һырт итәгенә тиклем ағас экологик һуҡмаҡ һалынған беренсе һәм, килгән кешеләр иң тәүҙә һырттың үҙәк өлөшөндә формаһына ҡарата «айыу» тип аталған аҡ төҫтәге ҡая остоҡтар төркөмөнән торған яйла күрә. Был Йөрәккүлдең иң юғары нөктәһе. Яйланан күлгә, Нөргөш һыртына һәм Йөрәккүлдең иң көньяғында ятҡан түбәһе конусты хәтерләткән идеаль формалағы Яланғас сусаҡҡа бик матур күренеш асыла. Яланғас сусаҡ палеовулкан тип иҫәпләнә.
Һырттың иң көньяғында шулай уҡ бағаналар тип аталға ыҙан, тәбиғи сик бар. Был гигант остоҡтар төркөмө янында боронғо кешеләрҙең зыяраты табылған.