КХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
КХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә — Континенталь хоккей лигаһының юбилейлы унынсы беренселеге. Даими чемпионат, 2017 йылдың 21 авгусында башланып, 2018 йылдың 1 март көнөндә тамамлана. Артабан 22 апрелгә тиклем Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындары уҙа. Был миҙгелдә КХЛ-да 27 команда ҡатнаша. Үткән миҙгелгә ҡарағанда, лига составынан «Медвешчак» һәм Новокузнецкиҙан «Металлург» командалары сыға. Был миҙгел Тольяттиҙан «Лада» һәм Ханты-Мансиҙан «Югра» өсөн Континенталь хоккей лигаһы составында һуңғы мигел була[2].
Башлана | 21 август 2017[1] |
---|---|
Тамамлана | 22 апрель 2018 |
Даими чемпионат | |
Асыш кубогы | СКА |
Континент кубогы | СКА (138) |
Иң яҡшы бомбардир | Илья Ковальчук (63) |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы | Никита Гусев |
Иң мәргән уйынсы | Найджел Доус (35) |
Уйындар һаны | 756 |
Плей-офф | |
Гагарин кубогы | Аҡ Барс |
Финалист | ЦСКА |
Серияла иҫәп | 4 : 1 |
Плей-офф MVP | Джастин Азеведо |
КХЛ миҙгелдәре | |
←2016/2017 | 2018/2019→ |
2018 йылдың февралендә Көньяҡ Кореялағы Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында КХЛ даими чемпионаты туҡталып тора[3]. Был миҙгел Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы өсөн ВТБ Боҙ һарайында һуңғы була, киләһе миҙгелдең 1 ғинуарынан алып Аркадий Чернышёв исемендәге аренаға күсәсәк[4].
КХЛ тарихында тәү тапҡыр асыҡ һауала даими миҙгел уйындары үтә: 2 декабрҙә Хельсинкиҙа «Йокерит» менән СКА осраша[5], ә 2018 йылдың 20 ғинуарында Ригала урындағы һәм Минскиҙан «Динамо» командалары көстәрен һынай[6].
Хоккей йондоҙҙары аҙналығы 10-14 ғинуарҙа Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала үтә. Оҫталыҡтар конкурстарында Харламов дивизионы көслө була, ә дивизиондар турнирында Тарасов дивизионы хоккейсылары көслөрәк була.
Даими чемпионатты һәм Континент кубогын Санкт-Петербургтан СКА хоккей клубы икенсегә еңә, ә был команданың һөжүмсеһе Илья Ковальчук беренсегә иң яҡшы бомбардир була.
Ике тапҡыр Гагарин кубогы еңеүсеһе Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы тәү тапҡыр плей-оффҡа эләкмәй. Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубы КХЛ-да беренсе булып Гагарин кубогын өсөнсө тапҡыр яулай[7]. Татарстан хоккейсылары финалда ЦСКА командаһын серияла 4-1 иҫәбе менән ота.