Карантания
From Wikipedia, the free encyclopedia
Каранта́ния (слов. Karantanija, Korotan) — VII—IX быуаттарҙа көнсығыш Альп тауҙарында славяндарҙың дәүләте.
Ҡыҫҡа факттар VII быуат — IX быуат, Баш ҡала ...
Карантания | |
VII быуат — IX быуат
| |
---|---|
Баш ҡала |
Крнски Град |
Телдәр |
славян |
Династия |
Борут |
Преемственность | |
← Само дәүләте | |
Франк дәүләте → | |
Карантания Викимилектә | |
Ябырға
VII быуатта тарҡалған Само дәүләтенең ерҙәрендә барлыҡҡа килгән, бында кельт-роман халҡы һәм VI быуатта килгән славяндар йәшәгән. Хәҙерге Каринтия, Штирия һәм Словенияның территорияһында урынлашҡан. Тарихи үҙәге — баш ҡалаһы Крнски Град менән Госпосвет яланы.
VIII быуатта Карантания христианлыҡ ҡабул иткән. Шул уҡ быуаттың уртаһында аварҙар менән һуғыштар арҡаһында көсһөҙләнгән Карантания Баварияның вассалы булып китә; IX быуат башында Франк дәүләтенең Көнсығыш маркаһы составына инә.