Каспий диңгеҙе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Каспий диңгеҙе (башҡортса боронғо атамаһы — Хазар диңгеҙе[1][2]; фарс. دریای خزر, авар. Хазар ралъад, әзерб. Xəzər dənizi, чеч. Каспий-хIорд, дарг. Каспила урхьу, ҡум. Хазар денгиз, лезг. Каспи гьуьл, лаҡ Каспи хьхьири, рут. Kaspy der'ya, төркм. Hazar deňzi) — Ерҙәге иң ҙур йомоҡ һыу ятҡылығы[3]. Уны иң ҙур тымыҡ күл, йәки ҙурлығына һәм төбөнөң океан тибындағы ер ҡабығы менән көпләнеүенә ҡарап, «диңгеҙ» тип атарға ла тулы нигеҙ бар Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Һыуы тоҙло — Волга тамағы янында − 0,05 ‰ алып көньяҡ-көнсығышында 11—13 ‰ тиклем. Һыу кимәле тирбәлеп тора. 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, диңгеҙ кимәленән 27,16 метрға түбән[4]. Хәҙерге көндәге майҙаны — сама менән 371 000 км², иң ҙур тәрәнлеге — 1025 м.
Ҡыҫҡа факттар Каспий диңгеҙе, Морфометрия ...
Озеро | |
Каспий диңгеҙе | |
---|---|
фарсы دریای خزر, авар. Хазар ралъад, әзерб. Xəzər dənizi, чеч. Каспий-хIорд, дарг. Каспила урхьу, ҡаҙ. Каспий теңізі, лезг. Каспи гьуьл, лакск. Каспи хьхьири, рут. Kaspy der'ya, tk Hazar deňzi | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | -28 м |
Үлсәме | 1200 × 435 км |
Майҙаны | 371 000 км² |
Күләме | 78 200 км³ |
Яр һыҙаты | 7000 км |
Иң тәрән урыны | 1025 м |
Уртаса тәрәнләк | 208 м |
Гидрология | |
Минераллығы | аҙ миҡдарҙа тоҙлолоҡ |
Тоҙлолоғо | до 13 ‰ |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 3 626 000 км² |
Впадающие реки | Самур, Волга, Яйыҡ, Тирәк, Көр |
Урынлашыуы | |
42° с. ш. 51° в. д._type:waterbody HGЯO | |
Идентификаторы | |
Регистрационный номер в ГКГН: 0333068 | |
Каспий диңгеҙе Викимилектә |
Ябырға