Квеври (керамик һауыт)
Кавказ аръяғындағы амфораны хәтерләткән, әммә тотҡаһыҙ керамик эшләнмә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Квеви (груз. ქვევრი) — Кавказ аръяғындағы амфораны хәтерләткән, әммә тотҡаһыҙ керамик эшләнмә изделие. Конус формаһында булған һәм шарап эшләгәндә ҡулланылған.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Ил ...
Ябырға
Квеври төрлө ҙурлыҡта була — ғәҙәти кувшиндан алып бик ҙурына, бер нисә мең литрлығына, тиклем. Иң киң таралған квеври төрө 1-2 тонна һоҫла йөҙөм һуты сусло һыйҙырышлы. Айырыуса ҙур күләмле квеври ҡулланыуы менән Кахетия айырыла, унда 6-8 мең литр һыйҙырышлы һауыт-һаба күрергә мөмкин. Көнсығыш Грузиялағы Вардисубани ауылы квеври эшләүсе билдәле урын булып тора.
Әрмәнстанда карас тип аталған үҙенең бер квеври төрө булған. Шуға оҡшаған һауыттар шулай уҡ Боронғо Грецияла (пифос) һәм Урта Азияла (хум) [2] билдәле булған.