Кесе Ирентек (күл)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кесе Ирентек([1]) (рус. Синегла́зов — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге, Силәбе ҡалаһының көньяҡ ситендәге күл. Күлдең майҙаны — 9,92[2] км², уртаса киңлеге 2,6 км. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге —214,5 м[3].
Озеро | |
Кесе Ирентек | |
---|---|
урыҫ Синеглазово | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 214,5 м |
Майҙаны | 9,92 км² |
Күләме | 0,033 км³ |
Иң тәрән урыны | 3,1 м |
Гидрология | |
Минераллығы | тоҙло |
Урынлашыуы | |
55°00′56″ с. ш. 61°25′13″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010500911111200008935 | |
Күл һай, уртаса тәрәнлеге — 2,4 м, максималь тәрәнлеге — 3,1 м. Һыу массаһының күләме — яҡынса 0,033 км³, климат шарттарына ҡарап үҙгәреүе киң вариантлы булыуы мөмкин[4]. Күл соҡоро табаҡ формаһында, бер аҙ йырғыланған битләүҙәр менән сикләнгән. Төбө ләм ултырмалары менән ҡапланған, уларҙың дөйөм запасы 10 миллион м³-ҙан күберәк. Күлдең ярҙары тәпәш, күбеһенсә һаҙланған; күлдең яр буйҙары күп урындарҙа ағайрыҡ (тростник) һәм ҡамыш менән ҡапланған.
Күл буйҙарында Исаков, Синеглазов[5], Сосновский районына ҡараған Вознесенка[3], Полевой, Новосинеглазов ҡасабалары һәм ауылдары урынлашҡан[5]. Күл тирәләй биләмәне шулай уҡ баҡсасылыҡ хужалыҡтары файҙалана[3], күлдең һыуы сәнәғәт предприятиеларының ағынты һыуҙары менән бысранған[6].
Күл эргәһендә археологик ҡомартҡылар урынлашҡан: күлдең көньяҡ-көнсығыш ярында — Андрон мәҙәниәтенең Фёдоровка һәм Алакүл этаптарына ҡараған «Синеглазов» бронза быуаты торамаһы[7], көньяҡ-көнбайыш ярында — «Синеглазовские курганы»[8], бронза һәм иртә тимер быуат дәүеренең «Синеглазов ҡурғандары» («Синеглазов-3»[9], «Синеглазов-4»[10]) урынлашҡан.