Кикбоксинг
тулы контактлы көрәш төрө, унда ҡатнашыусылар ҡул һәм аяҡ менән ялан аяҡ һуғып ала / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кикбоксинг (ингл. kick — «аяҡ менән һуғыу»; boxing — «бокс») — ХХ быуаттың 60 — 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән спорт көрәше. Тарихи яҡтан Америка кикбоксингына (фулл-контакт, «лоу-кик» менән фулл-контакт, лайт-контакт, поинтфайтинг), япон кикбоксингына (К-1 форматы), яңғыҙ композицияларға (музыкаль формалар) бүленә. Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылған, әммә әлеге ваҡытта Олимпия уйындары программаһына индереү тәҡдим ителмәй.
Ҡыҫҡа факттар Булдырыусы, Ил ...
Кикбоксинг | |
Булдырыусы | Осаму Ногути[d][1] |
---|---|
Ил | Япония |
Һештег | kickboxing |
Кикбоксинг Викимилектә |
Ябырға
Бөтә донъя кикбоксинг ойошмалары ассоциацияһы (WAKO төп халыҡ-ара федерацияһы булып тора. Шулай уҡ бер нисә бәләкәй һәм аҙ танылған халыҡ-ара ойошма бар, мәҫәлән, WKA.