Командор ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Командор ҡурсаулығы (рус. Командорский заповедник) — Рәсәйҙәге иң ҙур диңгеҙ биосфера ҡурсаулығы[1]. Уның һаҡланыусы һыу майҙаны 3 миллион гектарҙан ашыу тәшкил итә — шул уҡ территорияны, мәҫәлән, Бельгия биләй. Ҡурсаулыҡ Тымыҡ океандың төньяҡ өлөшөндә, Евразия менән Төньяҡ Америка араһында, Командор утрауҙарында һәм уның эргә-тирәһендәге акваторияла урынлашҡан. Һирәк осрай торған үҫемлектәр, шул иҫәптән эндемиктар күп.
Ҡыҫҡа факттар С. В. Мараков исемендәге Командор дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) ...
С. В. Мараков исемендәге Командор дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 36 486,79 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 23 апрель 1993 йыл |
Урынлашыуы | |
54°50′12″ с. ш. 166°32′11″ в. д._type:landmark HGЯO | |
РФ субъекты | Камчатка крайы |
Район | Алеут районы |
komandorsky.ru | |
Командор ҡурсаулығы Викимилектә |
Ябырға