Коми-пермяктар
фин-уғыр төркөмө халҡы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Коми-пермяктар йәки пермяктар[7][8]; (үҙатамаһы — коми морт, коми отир, коми-пермяккез) — Рәсәйҙә йәшәүсе фин-уғыр төркөмө халҡы. 1920-се йылдарға тиклем үҙҙәрен пермичтар, пермяндар тип атағандар. Хәҙерге ваҡытта коми-пермь этнонимы ҡулланыла. 2010 йылда уларҙың һаны 95 мең кеше тәшкил итә. Пермь крайының төньяҡ-көнбайышында йәшәйҙәр: район составындағы административ-территориаль ҡоролош территорияһында — Коми-Пермь округында, Красновишерский муниципаль районында, Язва йылғаһы буйлап — Язвин пермяктары, Киров өлкәһендә (Афанасьев муниципаль районында) — Зюздин пермяктары. Иньва һәм Нердва йылғаларында (Пермь крайының Кудымкар һәм Юсьвин райондары) — иньвен коми-пермяктары.
Үҙ атамаһы |
коми морт, коми отир, коми-пермяккез |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 95 000 (2010 г.)
Украина: | |
Археологик культура |
Чепецк культураһы |
Тел |
коми-пермяк теле, рус теле |
Дин |
православие дине (шул уҡ ваҡытта старообрядчество) |
Раса тибы |
сублапоноид тибы, европеоид расаһы |
Туғандаш халыҡтар |
коми-язьвиндар, зюздиндар, коми-зыряндар, удмурттар, чалдондар |
Тарихи яҡтан һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ, һөрөнтө ер хужалығы, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Хәҙерге ваҡытта коми-пермяктарҙың төп һөнәрҙәре — ауыл хужалығы һәм урман хужалығында эшләү.