Леопард ере (милли парк)
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Леопард ере» (рус. «Земля́ леопа́рда») — 2012 йылдың 5 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Приморье крайында ойошторолған милли парк. Донъялағы иң һирәк ҙур бесәйҙең — алыҫ көнсығыш леопардының популяцияһын һаҡлау һәм тергеҙеү — милли парктың төп маҡсаты булып тора. Рәсәйҙә барлығы 70 тирәһе алыҫ көнсығыш леопарды иҫәпләнә, бөгөнгө көндә уларҙың яртыһынан күберәге милли парк биләмәләрендә көн итә. Шулай уҡ бында Ҡыҙыл китапҡа ингән тағы бер бесәй — амур юлбарыҫы йәшәй.
«Леопард ере» милли паркы | |
---|---|
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку! | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 80 мең га, «Кедровая Падь» ҡурсаулығы менән бергә — 279 913,652 га[1]. |
Нигеҙләнгән ваҡыты | [[5 апрель 2012 йыл[2] йыл]] |
Идара итеүсе ойошма | «Кедровая падь» дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы һәм «Леопард ере» милли паркының берләшкән дирекцияһы [1] |
Урынлашыуы | |
43°00′ с. ш. 131°25′ в. д.HGЯO | |
leopard-land.ru | |
Леопард ере Викимилектә |
«Леопард ере» милли паркы составына «Кедровая падь» ҡурсаулығы, «Леопардовый» заказнигы территорияһы, һәм шулай уҡ Приморье крайының Хәсән һәм Надеждино райондарының, Уссурийск ҡала округының биләмәләрендә урынлашҡан[3].
2016 йылдың ноябрендә «Леопард ере» милли паркы экологик һуҡмаҡ асырға ниәтләй, уның буйлап туристар ирекле йөрөй аласаҡ[4].